-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 12:31

"Йәшлек шоу"ҙан ситтә ҡалмағыҙ!

“Йәшлек шоу”... Сараның тарихы ҙур, быйыл ул 28-се тапҡыр үтәсәк! Әлеге ваҡытта конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү бара. Ойоштороусылар 16-нан 30 йәшкә тиклемге башҡарыусыларҙы саҡыра.

“Йәшлек шоу”... Сараның тарихы ҙур, быйыл ул 28-се тапҡыр үтәсәк! Әлеге ваҡытта конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү бара. Ойоштороусылар 16-нан 30 йәшкә тиклемге башҡарыусыларҙы саҡыра. Жюри ағзалары – Рөстәм Ғиззәтуллин һәм башҡа башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары.
Башҡортостан Хөкүмәте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында фестиваль быйыл яңы кимәлгә сыҡты. Ул “Перезагрузка” тип атала. Ойоштороусылар командаһы эстраданы бер аҙ “уятырға”, тере тауыш менән сығыш яһатырға теләй.
Беренсе тапҡыр һайлап алыу этаптары Рәсәйҙең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың бер нисә зонаһында үтәсәк.
Һайлап алыу турҙары түбәндәгесә график буйынса: 11 октябрҙә – Мәскәүҙә, 27 октябрҙә - Пермь крайында, 28 октябрҙә – Свердловск өлкәһендә, 29 октябрҙә - Силәбе өлкәһендә, 30 октябрҙә - Ҡурған өлкәһендә, 1 ноябрҙә - Ханты-Манси автономлы округында, 3 ноябрҙә - Ырымбур өлкәһендә, 4 ноябрҙә - Һамар өлкәһендә, 5 ноябрҙә – Һарытау өлкәһендә, 6 ноябрҙә - Татарстанда, 14 ноябрҙә Санкт-Петербургта үтәсәк.
Күп йылдар дауамында “Йәшлек шоу” йәш башҡарыусылар өсөн старт майҙансығы булып тора. Быйыл конкурстың финалына 15-20 башҡарыусы сығасаҡ. Һәр бер һайлап алыу туры аҙағында башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығындағы ҙур open-air үтеүе көтөлә.
Еңеүселәрҙе шәп приздар көтә: һайлап алыу туры еңеүселәре 10, 7 һәм 5 мең һумлыҡ сертификаттар аласаҡ. Конкурстың еңеүсеһе иһә 300 мең һумлыҡ төп приз менән бүләкләнәсәк. Икенсе урын өсөн – 200 мең, өсөнсөгә 100 мең һум биреләсәк. Бынан тыш, еңеүсенең “Элвин Грей” лейблына эләгеүе ихтимал.
“Башҡорт телен белеү мотлаҡлығы тураһында күп һорауҙар килә. Беҙ башҡортса бигүк яҡшы белмәгәндәрҙе ситкә типмәйбеҙ, дөйөм глобаллаштереү осоронда йәшәгәнде аңлайбыҙ. Ундай кешеләр менән эшләү өсөн ваҡыт буласаҡ”, – тине конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Артур Әлибәков.
Былтыр шоуҙа беренсе тапҡыр ҡатнашып, “Йыл шоуы” номинацияһында еңеп сыҡҡан Зәйнетдин быйыл үҙе - жюри ағзаһы.
"Бынан өс йыл элек беҙ Рөстәм Ғиззәтуллин менән, ни өсөн Башҡортостанда йәштәргә ярҙам, улар ҡатнаша алған проекттар юҡ, тип һөйләшеп ултырғайныҡ. Ә был шоу - үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге биргән проект. Минең дә уға ҡатнашлығым барлығы шатландыра, йәш башҡарыусыларға ниндәй ҙә ярҙам буласаҡ", – тине ул.
Проекттың продюсеры - республиканың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин. Ул да тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Ысынбарлыҡта талантлы һәм ижади кешеләр бик күп, улар миңә шиғырҙары, йырҙары менән килә. 1998 йылдан алып аранжировкалар яһайым. Тырышлыҡ, сабырлыҡ һәм хеҙмәт булһа, барыһына ла өлгәшергә мөмкин. “Йәшлек шоу” фестиваленә килгәндә, бында ҡатнашҡан йәштәр республикабыҙҙы барлыҡ төбәктәрҙә күрһәтер һәм ҡасан да булһа берәйһе бөтә донъяға танылыу яулаһа, фестиваль үҙ маҡсатына өлгәшәсәк", – ти ул.
Башҡортостан буйынса һайлап алыу графигы:
2 октябрҙә төньяҡ-көнсығыш зона (Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле райондары), Мәсәғүт ауылында. 3 октябрь ошонда уҡ Open Air була.
5 октябрҙә көньяҡ зона (Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Күгәрсен райондары), Сибай ҡалаһында.
6 октябрҙә көнсығыш зона (Учалы, Сибай ҡалалары, Белорет районы), Учалы ҡалаһында.
7 октябрҙә төньяҡ зона (Тәтешле, Асҡын, Балтас, Борай, Мишкә райондары) Урмияҙ ауылында.
10 октябрҙә Асҡында Open Air.
12 октябрҙә Кушнаренко ауылында Open Air.
13 октябрҙә төньяҡ-көнбайыш зона (Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Яңауыл, Ҡалтасы, Краснокама, Илеш, Дүртөйлө райондары) Ағиҙел ҡалаһында.
16 октябрҙә Ағиҙел ҡалаһында Open Air.
17 октябрҙә Учалы ҡалаһында Open Air.
20 октябрҙә көнбайыш зона (Туймазы, Баҡалы, Шаран, Бүздәк райондары, Октябрьский ҡалаһы), Туймазы ҡалаһында.
21 октябрҙә көньяҡ-көнбайыш зона (Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Миәкә райондары), Бәләбәй ҡалаһында.
22 октябрҙә Туймазы ҡалаһында Open Air.
23 октябрҙә Бәләбәй ҡалаһында Open Air.
17-18 ноябрҙә Өфөлә һайлап алыу турының икенсе этабы.
20 ноябрҙә фестивалдең гала-концерты буласаҡ.
http://yashlek-show.ru сайтында һайлап алыу турҙарының тура эфирын ҡарарға була.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в