Башҡортостанда 44 меңдән ашыу педагог 5 октябрҙә Уҡытыусы көнөн билдәләй.
Республиканың мәғариф өлкәһендә бөтәһе 115 мең самаһы хеҙмәткәр эшләй, тип иҫәпләп сығарҙы Башстат. Мәктәптәрҙә — 33,9 мең, урта махсус уҡыу йорттарында — 4,6 мең уҡытыусы, юғары уҡыу йорттарында — 4,9 мең профессор-уҡытыусы иҫәпләнә.
Мәктәп уҡытыусылары араһында 92% — юғары белемле. Урта махсус уҡыу йорттары уҡытыусылары араһында 156-һы — фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә, 16-һы — доцент ғилми исеменә эйә. Юғары уҡыу йорттарында 819 уҡытыусы – фән докторы, 3032-һе — фән кандидаты, 542-һе — профессор, 1852-һе — доцент.
Мәктәп уҡытыусыларының күпселеге ҡатын-ҡыҙҙар — 88%, урта махсус уҡыу йорттарында белем биргән гүзәл зат вәкилдәре — 79%, вуздарҙа — 58%. Мәктәптәрҙә һәр икенсе педагогтың 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе бар.