Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 00:23

Башҡортостанда ҡыш ниндәй була – Рәсәй Гидрометүҙәгенең яҡынса фаразы

Синоптиктар фаразы буйынса, быйыл ҡыш Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар, ҡар бурандары һәм аномаль температура көтөлмәй.

Синоптиктар фаразы буйынса, быйыл ҡыш Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар, ҡар бурандары һәм аномаль температура көтөлмәй. Дөйөм алғанда, температура нормаға ярашлы була. Рәсәй Гидрометүҙәгенең алдағы алты айға яҡынса фаразы шундай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда уртаса айлыҡ температура нормаһы түбәндәгесә: октябрҙә +2,5 градус; ноябрҙә -5,1 градус; декабрҙә -11 градус; ғинуарҙа -14,8 градус; февралдә -13,7; мартта -7 градус.
Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ноябрҙә һәм декабрҙә температураның норманан бер аҙ юғарыраҡ булыуы ихтимал. Ғинуарҙа ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ була, февралдә лә температураның норманан бер аҙ тайпылыуы фаразлана. 2021 йылдың мартында Волга буйы федераль округы биләмәһендә уртаса температураның быйылғы мартҡа ҡарағанда түбәнерәк булыуы көтөлә.
фото: Радмир Исламов, Бөрйән районы Брәтәк ауылы.
Читайте нас в