+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 17:53

Көҙгө каникулды оҙайтырға итәләр

26 октябрҙә уҡыусылар көҙгө каникулға сыға. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн каникулды оҙайтыу тураһында тәҡдим әйтте.

26 октябрҙә уҡыусылар көҙгө каникулға сыға. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө кәңәшмәлә көҙгө каникулды 3-4 көнгә оҙайтырға кәрәклеге тураһында әйтте.
"Балалар оҙағыраҡ ял итһен, көс йыйһын" - тине ул. Радий Фәрит улы Мәғариф министрлығына район-ҡалаларға йөрөп, мәктәптәрҙә эпидемиологик хәлде, битлек кейеү режимын тикшерергә ҡушты.
Читайте нас: