Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 13:56

"Аманат"ҡа арзан хаҡ менән

1 октябрҙән 10-ына тиклем "Аманат" журналына 2021 йылдың беренсе яртыһына ташлама менән яҙылырға була.

1 октябрҙән 10-ына тиклем "Аманат" журналына 2021 йылдың беренсе яртыһына ташлама менән яҙылырға була. 12 процент ташлама 370 һум да 08 тин урынына 326 һум да 26 тингә генә ярты йылға яҙылыу хоҡуғы бирә.
«Аманат» – ата-балаларыбыҙҙан беҙгә быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡомартҡы, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, васыят ул. Инде 92-се йыл донъя күреп ятҡан, халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡомартҡыһы булған, былтыр Рәсәйҙең “Милли телдәге иң яҡшы балалар баҫмаһы” исемен алған, башҡорт халҡына нисәмә рухлы быуын үҫтерешкән, балаларға үҫергә ярҙам иткән “Аманат” бөгөн һеҙҙең яҡлауға, ярҙамға мохтаж.
Читайте нас в