-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 15:24

Беренсе уҡытыусым

Уҡытыусымды күреү менән ҡурҡыуҙарым юҡҡа сыҡты.

Һәр бала ҡурҡа-ҡурҡа мәктәп ишеген үрелеп аса. Мин дә дүрт йыл элек
Бөрйән районының иң матур ауылы – тыуған ауылым Мәһәҙей мәктәбенә
уҡырға килдем. Мине тәүге уҡытыусым Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова
ҡаршы алды. Уны күреү менән ҡурҡыуҙарым юҡҡа сыҡты. Уҡытыусым
беҙҙе Белем донъяһына етәкләп алып китте. Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?...
Ошондай бик күп һорауҙарға яуаптар таптыҡ беҙ. Әле Зинира апайҙың
ҡулында дүртенсе класта белем алам. Уҡытыусымды мин бик ныҡ хөрмәт
итәм. Сөнки ул беҙҙе аҡыллы итеү өсөн бөтә көсөн һала.
-Дуҫ һәм татыу булығыҙ?- тип урынлы кәңәштәрен бирә. Ҡай саҡ атай-
әсәйҙәребеҙгә һөйләмәгән серҙәребеҙ менән дә уҡытыусыбыҙ менән ихлас
бүлешәбеҙ. Беләбеҙ: уҡытыусыбыҙ беҙгә тура юлды күрһәтәсәк . Мәктәп
икенсе өйөбөҙ булһа, уҡытыусыбыҙ – икенсе әсәйебеҙ. Мин уҡытыусыма
биргән белеме, кәңәштәре өсөн рәхмәтлемен! Уға ныҡлы һаулыҡ,
сыҙамлылыҡ һәм һәр саҡ шулай йәш булып ҡалыуын теләйем.
Нуретдин Мөхәмәтйәнов, Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбенең
дүртенсе класс уҡыусыһы
Читайте нас: