-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 21:12

Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Иң күркәм байрамдарыбыҙҙың береһе – уҡытыусылар көнө – матур тәьҫораттарын ҡалдырып, шаулап-гөрләп, үтеп тә китте.

Иң күркәм байрамдарыбыҙҙың береһе – уҡытыусылар көнө – матур тәьҫораттарын ҡалдырып, шаулап-гөрләп, үтеп тә китте. Аҡыллы кәңәштәре, ғәҙел баһалары, сикһеҙ һөйөүе менән белем иленә әйҙәүсе хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға был көндә йөрәк түренән сыҡҡан оло рәхмәттәребеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы, иң йылы, ихлас теләктәребеҙҙе еткерергә ашыҡтыҡ.
Сентябрь айында иғлан иткән конкурсыбыҙ ҙа нәҡ уҡытыусыларға бағышланды. Редакция почтаһына мәктәп уҡыусыларынан бик күп эштәр алдыҡ. Ҡайһы бер мәҡәләләрҙе “Аманат” журналының октябрь һанында уҡып белерһегеҙ. Күп яҙмалар, һүрәттәр интернет төркөмөбөҙҙә лә донъя күрҙе инде.
Еңеүселәрҙе иғлан итергә лә ваҡыт етте:
Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбендә иң әүҙем һәм ойошҡан уҡыусыларыбыҙ барлығын белдек. Балалар бөтөн мәктәп менән ҡәҙерле уҡытыусыларын ҡотлап, уларға матур теләктәрен теләй!
Ошо уҡ райондың Байназар мәктәбенән Заһиҙә Моратшина, Илүзә Айытбаева үҙҙәренең төрлө фәндәрҙән уҡытҡан уҡытыусыларына йылы һүҙҙәрен йәлләмәгән. Һәр бер уҡытыусыһына айырым мәҡәлә ебәргән улар беҙгә.
Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, “Аманат”тың шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе Вәсилә Хәкимова үҙенең яратҡан уҡытыусыһы Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаеваға арнап:
Һинең кеүек,Уҡытыусым!
Мин дә тырыш булырмын.
Фән илендә аҡһаусыға
Ярҙам ҡулы һуҙырмын! – тигән матур шиғыр юлдары ижад итеп ебәргән беҙгә Вәсилә. Уның был ижады менән “Аманат”тың октябрь һанында танышырһығыҙ.
Конкурс еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ! Артабан да “Аманат”лы, белемле, ижадлы, бәхетле еңеүселәр булығыҙ!
“Аманат” журналы мөхәрририәте.
Читайте нас: