-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 15:07

Минең яратҡан уҡытыусым – тәүге уҡытыусым Зинира апай

Тәүге тапҡыр Әлифба китабын ҡулыма тоттороусы ла Зинира апайым.

Ул беҙҙе башланғыс кластан алып уҡытты. Дүрт йылда беҙ күп яҡшы нәмәләргә өйрәндек. Беҙҙе ул аҡыллы, тырыш булырға, ололарҙы хөрмәт итергә, бәләкәйҙәргә иғтибарлы булырға төшөндөрҙө. Тәүге тапҡыр Әлифба китабын ҡулыма тоттороусы ла Зинира апайым. Төрлө олимпиада, конкурстарға алып барып , ҡанатландырып, еңеүҙәргә өлгәштереүсе лә Зинира апайым бит. 5-се лә уҡыһам да ауыр саҡта әле лә ул һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа. Башланғыс класты бөткәндә уның менән хушлашыуы бик ҡыйын булды, әлбиттә. Тәүге уҡытыусым мәңге минең күңелемдә! Ҙурайғас та уның һәр һүҙе беҙҙе оҙатып, беҙгә маяҡ булып торор.
Рәхмәт Һиңә,оло йөрәкле, сабыр уҡытыусым!!!
Шиғырым байрамыңа бүләгем булыр:
Зинира апайыбыҙ
Әлифбаны тотторҙо.
Хәрефтәрҙе танырға
Һәм яҙырға өйрәтте.
Ҡыйын булһа сыҙарға,
Бер саҡта бирешмәҫкә,
Абынмай , алға барырға
Апай беҙгә өйрәтте.
Гөлдәриә Ишимова,
6-сы класс уҡыусыһы
  1. Уҡытыусыларыма рәхмәтлемен.
  2. Мәктәпкә тәү аяҡ баҫыу менән Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова үҙ ҡанаты аҫтына алып, беҙҙе яратып уҡытты.
    Өлкән класҡа күскәс инде класс етәксебеҙ Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова беҙҙе яҡын күреп . ихлас үҙенең эргәһенә һыйындырып , берләштереп алды. Беҙҙе туған телебеҙ нескәлектәрен , әҙәбиәттте өйрәтеп кенә ҡалмай, телебеҙҙе яратырға, ҡәҙерен белергә, матур һутлы итеп һөйләшергә лә өйрәтә. Беҙҙе тырыштырып, әйҙәп төрлө республика, район конкурс фестивалдәрендә ҡатнашырға дәрт уята, илһамландыра. Еңеүҙәремдә уҡытыусымдың да өлөшө бар.
    Мәктәптә мине уҡытҡан һәр уҡытыусыларымды яратам, хөрмәт итәм. Һәр береһенә яҡшы теләктәрем байрамдарында һәм артабан да!
    Рәсилә Ғарифуллина, 6-сы класс уҡыусыһы
    1. Минең яратҡан уҡытыусыларыма байрамдары алдынан әйтер һүҙем , теләктәрем бар.
      Класс етәксем, уҡытыусым- тел һаҡсыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова менән география, биология, сит телдәрҙән уҡытҡан уҡытыусым Ғәлимә Әҙеһәм ҡыҙы Тулубаева –минең иң яратҡан остаздарым. Һәр саҡ ярҙамсылдар улар. Ниндәй генә изге теләктәремде әйтһәм дә аҙ һымаҡ уларға. Сикһеҙ рәхмәтем шиғри юлдарым аша:
      Йырым данлы Һеҙгә, уҡытыусыларым!
      Белем алам сумырып.
      Иң изге теләктәрем дә Һеҙгә!
      Йәшәгеҙ Һеҙ ҡыуанып!
      Гөлнәзирә Сәйәхова, 6-сы класс уҡыусыһы
      1. Мансур Хәсәновтан -Сәйҙә апайға шиғыр.
      2. Яратҡан уҡытыусым минең
        Уҡыта һәйбәт итеп.
        Телде яратырға әйтә,
        Беҙгә ул ныҡ-ныҡ итеп.
        Ул беҙгә “Афарин!” , тиһә,
        Беҙгә гелән “5” була.
        Ҡанат ҡуя бына шулай,
        Күңелгә ҡояш тула.
        Мансур Хәсәновтан – Зинира апайға шиғыр.
        Башланғыстағы апайҙы
        Әле лә яратабыҙ.
        Ул бит яҡшы уҡытыусы,
        Һағынып бер булабыҙ.
        Килеп инә әле лә
        Зинира апай класҡа.
        Кәңәш бирә, ул әйтә:
        -Уҡығыҙ “4”-кә, “5”-кә!
        Мансур Хәсәнов, 6-сы класс уҡыусыһы
        Читайте нас: