+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 15:32

Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы

Бөтөн уҡытыусыларым да миңә берҙәй яҡын һәм дә ҡәҙерле!

Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы мәктәбе 5-селәренең
“Минең яратҡан уҡытыусым”
“Аманат” журналы иғлан иткән
республика конкурсына
күстәнәстәре.
  1. Миңә бөтә уҡытыусыларым да оҡшай, улар бөтәһе лә матур, яҡшы күңеллеләр.
    Шулай ҙа һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Минең иң яратҡан уҡытыусым – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова. Ул беҙҙе бик ярата, дәрестәрен һәр саҡ көтөп алам. Ниндәй генә хәлдә лә ул беҙҙе ҡурсалай, аңламаған урындарҙа ярҙам итә.
    Сәйҙә апай һымаҡ яҡшы күңелле булырмын.
    Урал Насыров, 5-се класс уҡыусыһы.
    2.Милләтем буйынса атайым яғынан – рус, әсәйем яғынан башҡортмон. Ике телдә лә аралашам. Ғаиләбеҙҙә руссала, башҡортсала аралашабыҙ. Телдәр белгән илдәр гиҙгән, тиҙәр бит. Шуға күрә Уҡытыусылар байрамы айҡанлы ихтирамлы уҡытыусыларым – башланғыста дүрт йыл буйы матур яҙырға, һөйләшергә өйрәткән уҡытыусым Зәлиә Әнүәр ҡыҙы Ғарифуллинаны, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ринат Һаҙый улы Абдуллинды һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйәхова сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙын ихлас күңелдән тәбриҡ итәм. Рәхмәт мәктәбемдең тел һаҡсыларына!
    Вадим Антон улы Сәйәхов, 5-се класс уҡыусыһы.
    3.Минең яратҡан уҡытыусым –Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова. Ул беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Сәйҙә апай бик яҡшы аңлата. Һәр саҡ ярҙамсыл. Дәрестәрен һағынып көтөп алам. Уҡытыусымды хөрмәт итәм.
    Розалиә Мөхәмәтова, 5-се класс уҡыусыһы.
    4.Бөтә уҡытыусыларым да миңә берҙәй яҡын һәм дә ҡәҙерле. Башланғыстан күсеп, быйыл ғына урта звенола уҡый башлағас, иң алда ҡыйыныраҡ булыр , тип тә уйлаған инем. Киреһенсә , тиҙ генә өйрәндем. Төрлө уҡытыусылар төрлө фәндәрҙән белем бирә. Бөтә уҡытыусылар ҙа беҙгә яҡшылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз , немец теле дәрестәрен һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, ә Ғәлимә Әҙеһәм ҡыҙы сит телдәрҙән беҙгә белем бирә.Ғәлимә Әҙеһәм ҡыҙы – ул минең әсәйем. Мәктәптә әсәйем- беҙҙең класс етәксебеҙ. Мәктәбемдә әсәй,тип өндәшмәйем, Ғәлимә Әҙеһәмовна, тип өндәшәм. Беҙҙе һөйә, иркәләй. Ауыр саҡтар булһа, ярҙам итергә әҙер .
    Бөтә уҡытыусыларыма ла байрамдарында тик изге теләктәремде еткерәһем килә.
    Илсур Дәүләтшин, 5-се класс уҡыусыһы.
    5.Мин уҡытыусыларым менән ғорурланам. Бына улар – башланғыста уҡытҡан уҡытыусым Зәлиә Әнүәр ҡыҙы Ғарифуллина,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова, география, биология, сит телдәр уҡытыусыһы Ғәлимә Әҙеһәм ҡыҙы Тулубаева, математика фәне уҡытыусым Ғаян Зиннур улы Ишимов, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Ринат Һаҙый улы Абдуллин, рәсем, технология уҡытыусыһы Баязит Ғәбдинур улы Сәйәхов, физкультура, тарих уҡытыусым Радик Рәхим улы Насыровтарҙың дәрестәре миңә бик оҡшай. Рәхмәт уҡытыусыларыма! Байрамдары менән ҡотлайым!
    Татьяна Клементьева, 5-се класс уҡыусыһы.
    1. 6.
    2. Мин мәктәбебеҙҙең сит телдәр , биология, география фәндәре уҡытыусыһы Ғәлимә Әҙеһәм ҡыҙы Тулубаеваны бик ныҡ яратам.Уның дәрестәрендә бик теләп шөғөлләнәм. Класс етәксем дә ул. Беҙҙең йортобоҙға ла ул йыш килә.Яратҡан уҡытыусыма сәскәләр ғөлләмәһе бүләк итәм. Рәхмәт уға!
      Арслан Насыров, 5-се класс уҡыусыһы.
      Читайте нас: