Минең әйтер һүҙем,тәүге уҡытыусым, Ҡыуандыкова Гүзәл Ринат ҡыҙы хаҡында. Ул 1986 йылда Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Ул бәләй сағынан алып уҡытыусы булырға хыялланған. Ә 1992 йылда инде 1 класҡа уҡырға барған. Башланғыс класты бөтөп оло мәктәпкә күскәс башҡорт теле уҡытыусыһы Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы уҡытҡанына ҡарап уҡытыусы булыу теләге нығыраҡ көсәйә. Байназар мәктәбендә 9-сы класты тамамлап Сибай ҡалаһына пед колеждға 2001 йылда уҡырға ингән. 2005 йылда уны уҡып бөтөп Магнитогорск дәүләт университетына тағы ла 4 йыл завочно уҡыған,унда юғары белем алып Байназар урта мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә инә.