-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 15:45

Уҡытыусым эҙе буйлап...

Уҡытыусы! Ошо исемдән дәЮғарыраҡ ниндәй исем бар?!

Уҡытыусым эҙе буйлап...
Уҡытыусы! Ошо исемдән дә
Юғарыраҡ ниндәй исем бар?!
Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар,
Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.

(Р.Шаммас)


Кем ул уҡытыусы? Белем серҙәрен асып, фән тауҙарының иң юғары нөктәһенә үрләргә ярҙам итеүсеме? Бәлки, ҙур тормошҡа әҙерләүселер? Минең яҙмамды уҡығандан һуң, был һорауҙарға яуап табырһығыҙ, тип ышанам.

Тәү сиратта мин уҡытыусыны икенсе әсәйгә тиңләр инем. Сөнки бәләкәй генә,яңы уҡырға килгән балаларҙы шат йылмайып ҡаршы ала, маҡтау һүҙҙәрен, йылы ҡарашын йәлләмәй. Сабый күңелендә белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уята, изгелек орлоҡтарын сәсә.
Заман башҡа-заң башҡа. Хәҙерге заман- яңы информацион технологиялар заманы. Шуға күрә уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн дә талаптар арта. Эйе, компьютер, техникалар беҙҙең тормошобоҙҙо күпкә еңеләйтә, ваҡытты ла экономиялай, үҙ аллы белем алыуға ла мөмкинселектәр аса. Хатта бына шундай аҡыллы компьютерҙар тиҙҙән уҡытыусылар урынында буласаҡ тигән хәбәрҙәр ҙа йыш ишетелә башланы. Эйе, заман технологияларының мөмкинлекселектәре сикһеҙ. Тик, минеңсә, техник сара уҡытыусының урынын яулай алмаясаҡ. Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә уҡытыусының өлөшө бик ҙур. Ҡыуанысыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлашыусы-уҡытыусы бит. Ә компьютер минең уңыштарыма ҡыуана аламы, еңеүҙәремде хуплап арҡамдан һөйәме, тормош кәңәштәрен бирәме һуң?! Тимәк, уҡытыусы барлыҡ технологияларҙан да юғарыраҡ!
Уҡытыусы һөнәре бик ауыр һәм яуаплы эш. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк.
Был сифаттарҙың барыһына ла минең яратҡан уҡытыусым Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы эйә тип әйтә алам. Барлыҡ бөйөк башҡорт шәхестәр кеүек, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла милләтебеҙ араһында ғилемде күтәреү Тыуған ауылы Байназарҙа

урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Рәсимә Рауил ҡыҙы Өфө ҡалаһындағы Башҡорт Дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында белем ала. 1996 йылдан алып бөгөнгәсә Байназар мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәтә. Уҡытыусы өсөн иң ҙур маҡтау- ул үҙ эшенең емешен күреү, йәғни уҡыусыһының уңыштарын уртаҡлашыу. Мәктәбемдә беҙҙең мөмкинселектәргә ҡарап Рәсимә апай ярҙамы менән төрлө конкурс, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашабыҙ. Йыл да Рәсимә Рауил ҡыҙы әҙерләгән уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән районда ғына түгел, төбәк-ара олимпиадала призлы урындар яулап торалар. Уҡытыусым ваҡытлы матбуғат менән дуҫ, шул һөйөүҙе ул уҡыусыларына ла тәрбиәләй. Уның уҡыусылары “Йәншишмә” гәзитенең һәм “Аманат” журналының яҡын дуҫтары һәм байтаҡтары “Йәш хәбәрсе” исемен йөрөтәләр.

Фәнгә, телгә һөйөү уҡытыусынан башлана. Бына шуның өсөн дә башҡорт теле дәрестәрен уҡыусылар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар.
Үҙ эшенең оҫтаһы, тырыш, ғәҙел, талапсан уҡытыусыма мин эшендә тик уңыштар ғына теләгем килә.
Донъяла иң ғәҙел, иң күркәм һәм иң сабыр заттарҙы -уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлағым килә. Һәр бер атҡан таңдарығыҙ ҡояш нурҙарына күмелһен, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ именлек, татыулыҡ, һаулыҡ булһын.
Моратшина Заһиҙә, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы


Читайте нас: