+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 15:40

Уҡытыусыма - оло рәхмәтем!

Ниндәй генә һөнәр эйәләрен алып ҡараһаң та, бөтөнөһөн дә оло юлға сығарыусы юл— ул мәктәп юлы һәм беренсе уҡытыусы!

Тәүге уҡытыусым
Минең һүҙем тәүге уҡытыусым Шәрипова Әсмә Әхтәм ҡыҙы тураһында
булыр. Уҡытыусым матур тәбиғәтле Байназар ауылы ҡыҙы.
Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Белорет ҡалаһында тәрбиәсе һөнәрен
үҙләштерә. Белорет педагогия училищеһын уңышлы тамамлағас, тыуған
мәктәбендә тәрбиәсе булып эш башлай. Әммә уҡытыусы булыу теләге
нығыраҡ булыу сәбәпле, уҡытыусы һөнәренә Магнитогорск ҡалаһының
дәүләт
университетында
Әсмә Әхтәм ҡыҙы—бик ғәҙел, түҙемле һәм яғымлы уҡытыусы. Шуға күрә
мин һәр көн мәктәпкә бик ҙур теләк менән йөрөнөм. Ниндәй генә фән
булмаһын, темаларын аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. Уның
үткәргән һәр дәресе бөгөн дә миңә оло маяҡ кеүек булып тора. Аңламаған
ерҙәрен ҡат-ҡат аңлата. Белем серҙәренә генә түгел, аҡты-ҡаранан,
яҡшыны-ямандан өйрәтеүсе лә ул.
Ниндәй генә һөнәр эйәләрен алып ҡараһаң та, бөтәһен дә оло юлға
сығарыусы юл— ул мәктәп юлы һәм беренсе уҡытыусы, тип һанайым. Шуға
ла мин беренсе уҡытыусым— Әсмә Әхтәм ҡыҙын хөрмәт итәм һәм оло
рәхмәтемде белдерәм.
Салауатова Ҡәҙриә, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең 7 класс
уҡыусыһы
Читайте нас: