1.Минең яратҡан уҡытыусым – тәүге уҡытыусым Зинира апай
Ул беҙҙе башланғыс кластан алып уҡытты. Дүрт йылда беҙ күп яҡшы нәмәләргә өйрәндек. Беҙҙе ул аҡыллы, тырыш булырға, ололарҙы хөрмәт итергә, бәләкәйҙәргә иғтибарлы булырға төшөндөрҙө. Тәүге тапҡыр Әлифба китабын ҡулыма тоттороусы ла Зинира апайым бит. Төрлө олимпиада, конкурстарға алып барып , ҡанатландырып, еңеүҙәргә өлгәштереүсе лә Зинира апайым бит. 5-се лә уҡыһам да ауыр саҡта әле лә ул һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа. Башланғыс класты бөткәндә уның менән хушлашыуы бик ҡыйын булды, әлбиттә. Тәүге уҡытыусым мәңге минең күңелемдә! Ҙурайғас та уның һәр һүҙе беҙҙе оҙатып, беҙгә маяҡ булып торор.
Рәхмәт Һиңә,оло йөрәкле, сабыр уҡытыусым!!!
Шиғырым байрамыңа бүләгем булыр:
Уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Мәктәпкә тәү аяҡ баҫыу менән Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова үҙ ҡанаты аҫтына алып, беҙҙе яратып уҡытты.
Өлкән класҡа күскәс инде класс етәксебеҙ Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова беҙҙе яҡын күреп . ихлас үҙенең эргәһенә һыйындырып , берләштереп алды. Беҙҙе туған телебеҙ нескәлектәрен , әҙәбиәттте өйрәтеп кенә ҡалмай, телебеҙҙе яратырға, ҡәҙерен белергә, матур һутлы итеп һөйләшергә лә өйрәтә. Беҙҙе тырыштырып, әйҙәп төрлө республика, район конкурс фестивалдәрендә ҡатнашырға дәрт уята, илһамландыра. Еңеүҙәремдә уҡытыусымдың да өлөшө бар.
Мәктәптә мине уҡытҡан һәр уҡытыусыларымды яратам, хөрмәт итәм. Һәр береһенә яҡшы теләктәрем байрамдарында һәм артабан да!
Рәсилә Ғарифуллина, 6-сы класс уҡыусыһы
Минең яратҡан уҡытыусыларыма байрамдары алдынан әйтер һүҙем , теләктәрем бар.
Класс етәксем, уҡытыусым- тел һаҡсыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова менән география, биология, сит телдәрҙән уҡытҡан уҡытыусым Ғәлимә Әҙеһәм ҡыҙы Тулубаева –минең иң яратҡан остаздарым. Һәр саҡ ярҙамсылдар улар. Ниндәй генә изге теләктәремде әйтһәм дә аҙ һымаҡ уларға. Сикһеҙ рәхмәтем шиғри юлдарым аша:
Йырым данлы Һеҙгә, уҡытыусыларым!
Иң изге теләктәрем дә Һеҙгә!
Гөлнәзирә Сәйәхова, 6-сы класс уҡыусыһы
Мансур Хәсәновтан -Сәйҙә апайға шиғыр. Ул беҙгә “Афарин!” , тиһә,
Мансур Хәсәновтан – Зинира апайға шиғыр.
Мансур Хәсәнов, 6-сы класс уҡыусыһы