-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 16:09

Яратҡан уҡытыусыма!

Оло йөрәк һиндә,Уҡытыусым,Йылылығың етә һәр кемгә.Көләс йөҙ һәм алсаҡ ҡараш менәнБағаһың һин тыуған һәр көнгә.

Иң яратҡан уҡытыусым Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаеваға арнайым
Уҡытыусым!Бөйөк һинең исем,
Остаз итәм һине тормошта.
Белем үрҙәренә үрләтәһең,
Сыныҡтырып беҙҙе ҡоростай.
Оло йөрәк һиндә,Уҡытыусым,
Йылылығың етә һәр кемгә.
Көләс йөҙ һәм алсаҡ ҡараш менән
Бағаһың һин тыуған һәр көнгә.
Еңел генә итеп аңлатаһың
Фән иленең һәр бер бүлеген.
Кәрәк саҡта етди булаһың да,
Кәрәгендә йомшаҡ күңелең.
Белемеңде һәр бер уҡыусыға
Өләшәһең бер ҙә йәлләмәй.
Талапсан да булаһың һин,
Баһаһын да ҡуйып дәлилләп.
Әсәйҙәрсә йылы ҡараш менән,
Йылы һүҙҙәр менән иркәләп.
Көтәһең һин һәр бер уҡыусыны
Дәртләндереп,ҡай саҡ шелтәләп.
Ышаныс тойоп йәшәргә,
Фекерләргә үҙ аллы,
Өйрәтәһең татыулыҡҡа,
Шәхес булырға данлы.
Яҡшы кеше булығыҙ,тип
Ышаныс бағлай беҙгә:
«Изге күңел һәм ғәҙеллек
Юлдаш итегеҙ һеҙ ҙә!»
Беҙҙе шәхес итеп тәрбиәләү -
Уның изге маҡсаты.
Оло тормош юлдарына
Һала тәүге баҫҡысты.
Һинең кеүек,Уҡытыусым!
Мин дә тырыш булырмын.
Фән илендә аҡһаусыға
Ярҙам ҡулы һуҙырмын!
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия — интернатының 8 — се икласс уҡыусыһы Хәкимова Вәсилә
Читайте нас: