+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2020, 13:36

Ауыл эшсәндәре нисә миллион һум алды?

Йыл башынан Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының 159 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектына дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.

Йыл башынан Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының 159 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектына дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Ерҙә эшләгән йүнселдәрҙең эшмәкәрлеге үҫешенә бүленгән гранттарҙың дөйөм суммаһы 695 миллион һум тәшкил итте.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса дәүләт ярҙамы бер нисә программа аша бүленде. Тәү сиратта, был үрҙәге милли проект базаһында барлыҡҡа килгән "Фермерҙарға булышлыҡ итеү системаһын булдырыу һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү" төбәк проекты. Уның сиктәрендә 68 яңы эш башлаған ауыл эшҡыуары йәмғеһе 211,5 миллион һумлыҡ "Агростартап" грантын, 17 ауыл хужалығы кооперативы 19,9 миллион һумлыҡ субсидия алды.
Шулай уҡ 40 кеше дөйөм 124,6 миллион һумға "Яңы эш башлаған фермер" федераль грантын, ә 26 фермер йәмғеһе 238,8 миллион һумлыҡ суммаға "Ғаилә фермаһы" грантын алды. Һигеҙ ауыл хужалығы кооперативы 100 миллион һумға матди-техник базаһын яҡшыртты.
Шулай итеп, милли проекттың финанс мөмкинлектәрен ваҡытында үҙләштереү арҡаһында төбәк проектының быйылғы план күрһәткестәре тулыһынса үтәләсәк. Республика агросәнәғәт комплексының бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына 2154 эшсән йәлеп ителәсәк.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: mcx.gov.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: