-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2020, 13:39

Республикала айырылышҡан ата-әсәләр балаларын торлаҡ менән тәьмин итергә тейеш

Башҡортостанда ата-әсә айырылышҡан осраҡта баланың торлаҡҡа хоҡуғын яҡлаған закон көсөнә инде.

Башҡортостанда ата-әсә айырылышҡан осраҡта баланың торлаҡҡа хоҡуғын яҡлаған закон көсөнә инде. Бынан алда Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына бала ауыр сирләгән осраҡта ата-әсәнән өҫтәмә аҡса алырға мөмкинлек биргән үҙгәрештәр индерелгәйне. Яңы үҙгәрештәр бала атаһы йәки әсәһе менән насар торлаҡ шарттарында йәшәгән, ә икенсеһенең яуаплылыҡ алғыһы килмәгән осраҡҡа ҡағыла. Был осраҡта суд аша баланы торлаҡ йәки уны ҡуртымға алыу өсөн аҡса менән тәьмин итеүҙе һорарға мөмкин. Дәүләт Йыйылышы ошо законды ғәмәлгә ашырыу тәжрибәһен күҙәтеп барырға ниәтләй.

«Бында балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын яҡлау маҡсатында закондың үтәлешенә ирешергә, баланы тәрбиәләгән ата йәки әсә ошо хоҡуҡтан артыҡ файҙаланырға тырышмаһын өсөн контролдә тоторға кәрәк», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

Асыҡ мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә балалы ғаиләләрҙең өстән бер өлөшө – яңғыҙ ата-әсәле. Федераль суд приставтары хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең алимент буйынса башҡарыу производствоһы 1 миллиондан аҙ булмай. Шул уҡ ваҡытта бурыстың дөйөм күләменән 10% аҙырағын ғына түләттереүгә өлгәшелә.

Читайте нас: