-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2020, 13:24

Һөйөнсө! Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылды!

Был стелла быйыл яңыса зауыҡ менән һулыш алған мәктәп майҙансығында төп үҙенсәлек булараҡ үҙ урынын биләне. (дауамы - сайтта)

Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылды!
Бөрйән районы Иҫке Монасип мәктәбе директоры Данил Камил улы Ҡотлобаев уҡытыусы һөнәренә һис шикһеҙ һәйкәл ҡуйыу кәрәклеген маҡсат итеп ала һәм яҙ-йәй айҙарында уны тормошҡа ашырыу эшенә тотона. Был идеяны мәктәп коллективы ла дәррәү күтәреп ала. Уҡытыусылар 1924 йылда ауылда тәүге мәктәп асылғандан алып бөгөнгәсә эшләүсе педагогтар исемлеген тулыландырһа, техник хеҙмәткәрҙәр һәйкәлгә постамент әҙерләй. Китапты һынландырған стелланы Һамар өлкәһендә эшләтеп алып ҡайталар. Гранит китаптың бер яҡ битенә:

"Күсәренә ерҙең ҡуйыр инем,
Мәңгелектең хатта үҙенә!
Яҙып ҡуйыр инем алтын менән
"Уҡытыусы" тигән һүҙ генә!"
тигән шиғыр юлдары яҙылһа, икенсе яғында М.Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тигән бөйөк һүҙҙәре урын алған. Ә уның аҫтына уҡытыусылар исемлегенән торған стенд эленгән. Әлегә һәйкәл районда индерелгән юғары әҙерлек режимы һаҡланыу сәбәпле рәсми рәүештә асылмаған, шулай ҙа был һөйөнөслө яңылыҡ уҡытыусылар көнөнә бүләк
булараҡ иғлан ителде. Был стелла быйыл яңыса зауыҡ менән һулыш алған мәктәп майҙансығында төп үҙенсәлек булараҡ үҙ урынын биләне.
Шулай итеп, Бөрйән районында уҡытыусы тигән изге һөнәргә тәүге һәйкәл ҡуйылды.
Читайте нас: