-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 12:18

Башҡортостанда 25 меңдән ашыу класс етәксеһе 5 мең һум түләү алды

Быйыл класс етәкселәренә өҫтәп түләү өсөн федераль бюджеттан 764,5 миллион һум бүленгән.

Башҡортостанда дөйөм белем биреү ойошмаларының 25 меңдән ашыу класс етәксеһе 5 мең һум түләү алды, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы.
Айлыҡ федераль түләү Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 15 ғинуарындағы йөкләмәләрен үтәү маҡсатында Башҡортостанда быға тиклем билдәләнгән республика түләүҙәренә өҫтәмә итеп бирелә.
Быйыл класс етәкселәренә өҫтәп түләү өсөн федераль бюджеттан 764,5 миллион һум бүленгән. Киләһе йылда ошо маҡсатҡа федераль субсидия 2161,1 миллион һум була.
Читайте нас в