-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 15:30

Дистанциялы уҡытыуға күсеү өсөн нигеҙ юҡ – Мәғариф министрлығы

Билдәле булыуынса, көҙгө каникулды бер аҙнаға алданыраҡ — 19 октябрҙән

Башҡортостанда мәктәптәрҙе дистанциялы уҡытыуға күсереү планлаштырылмай. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.
Әле 99 мәктәп өлөшләтә ябылған, 206 класс өйҙән уҡыуға күсерелгән.
«Хәҙерге ваҡытта республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында санитар-эпидемиологик хәл тотороҡло, был уҡытыуҙы ғәҙәти форматта дауам итергә мөмкинлек бирә. Бөтәһен дә дистанциялы уҡытыуға күсереү өсөн нигеҙ юҡ», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығында.
Графикка ярашлы, 26 октябрҙән 4 ноябргә тиклем мәктәптәр көҙгө каникулға сығырға тейеш. Билдәле булыуынса, көҙгө каникулды бер аҙнаға алданыраҡ — 19 октябрҙән башларға йыйыналар. Был турала Башҡортостан хөкүмәтендә белдерҙеләр.
«Башинформ» яҙыуынса, республикала эпидемиологик хәлдең көсөргәнешле булыуына бәйле Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты 1 октябрҙән онлайн-уҡытыуға күсте. Башҡа юғары уҡыу йорттарында сикләүҙәр айырым факультеттарға һәм курстарға ғына ҡағыла.
Читайте нас в