Өфөнән өс йәш шашкасы Төркиәлә урыҫ шашкаһы буйынса донъяның йәштәр беренселегендә алты миҙал яуланы, шуларҙың өсәүһе – алтын. Тәүге наградаларҙы ҡыҙҙар «блиц» һәм «рапид» дисциплинаһында алды.
14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында блицта Әҙилә Ғәзизова еңде, ә рапидта бронза призер булды. 11 йәшкәсә ҡыҙҙар араһында ике дисциплинала танылған донъя чемпионы һәм халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужинаның ҡыҙы Сафия еңде. Аня Косарева алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы.
Ярыштар классик программала дауам итеп, 14 октябргә тамамлана.