Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 15:33

«Евразия йөрәге»нең тәүге концерты

«Евразия йөрәге» концертын тәүге тапҡыр Рәсәй һәм яҡын сит ил тамашасыларына күрһәтәләр

Бөгөн, 9 октябрҙә, «Мир» дәүләт-ара телеканалында 11 сентябрҙә Өфө амфитеатрында уҙған V «Евразия йөрәге» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы сығыштары күрһәтелә.
«Евразия йөрәге» концертын бөгөн төнгө 12 тула 20 минутта ҡарарға мөмкин. Башҡортостандың иң популяр фестивален тәүгә республиканан ситтә — 177 миллион кеше ҡараған телеканалда күрһәтәләр.
Фестивалдә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары алдында Надежда Бабкина һәм Мәскәү академия рус йыры театры, «Пелагея», «Буран инәйҙәре» (Удмурт Республикаһы), Khoomei beat (Яҡутстан) сығыш яһаны. Башҡортостандан концертта «Узорица», «Арғымаҡ» төркөмдәре, Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм Zainetdin шоу-проекты ҡатнашты.
«Мир» телеканалында концерт Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең сәйәси, иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлеген яҡтыртыу, дөйөм мәғлүмәт киңлеген булдырыу һәм халыҡ-ара мәғлүмәт менән алмашыуға булышлыҡ итеү бурысы ҡуйылған дәүләт-ара телерадиокомпания ойошторолоуҙың 28 йыллығы уңайынан күрһәтелә. «Мир» телеканалы Рәсәйҙең икенсе һанлы телевидение мультиплексына инә, шулай уҡ Белоруссияла һәм Ҡаҙағстанда милли һанлы телевидение мультиплекстары составында трансляциялана. Бынан тыш, «Мир» телеканалы Азербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Латвия, Литва һәм Эстония биләмәһендә күрһәтә.
Читайте нас в