+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 15:54

Республикабыҙҙы данлайбыҙ!

Республикабыҙҙың тыуған көнөн ҡаршылағанда 1-cе Этҡол мәктәбендә бик күп саралар үткәрелде.

Республикабыҙҙың тыуған көнөн ҡаршылағанда 1-cе Этҡол мәктәбендә бик күп саралар үткәрелде.
5-11-се класс уҡыусылары өсөн тарих уҡытыусыһы Вәлиә Зөбәйер ҡыҙы “Башҡортостанды беләһеңме?” исемле викторина һорауҙары тәҡдим итте.
Урта класс уҡыусылары араһында Гүзәл Айҙар ҡыҙы тарафынан тарафынан ойошторолған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе “Республикама дан йырлайым!” девизы аҫтында үтте. Конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостаныбыҙ, уның тарихы, билдәле шәхестәре тураһындағы төрлө авторҙар тарафынан ижад ителгән шиғырҙар аша тыуған республикабыҙға һөйөү һәм ихтирам һүҙен еткерҙеләр
Башланғыс класс уҡыусылары өсөн иғлан ителгән һүрәттәр конкурсына ла уҡыусылар бик етди ҡаранылар. Бөтә класс уҡыусылары өсөн дә “Ел йыры” исемле ҡыҫҡа метражлы фильм ҡарау ойошторолдо. Аҙналыҡ бик йәнле барҙы, бөтәһенә лә оҡшаны һәм бөтә кластарҙа ла үткәрелгән класс сәғәттәре менән йомғаҡланды. . Дәрестәр Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияны ҡабул итеүгә -30 һәм Баймаҡ районының 90 йыллығына арналды. Аҙна барышында уҡыусылар Башҡортостаныбыҙҙың бай тарихлы, матур булыуына тағы бер тапҡыр инанды.
Читайте нас: