Өфөлә ауырығандан һуң «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлин донъя ҡуйҙы. Уға 52 генә йәш ине.
Самат Ғәлимйән улы Ғәлин – Әбйәлил районының Хәлил ауылынан. 2013-2015 йылдарҙа ул «Осҡон» гәзитенең баш мөхәррире, Әбйәлил районы мәғлүмәт үҙәге директоры булып эшләгән.
«Аманат» журналы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.