Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова бала көтә, тип хәбәр итте «Башинформ»дың үҙ сығанағы.
Ғаиләнең ҡасан ишәйәсәге, шулай уҡ баланың енесе әлегә хәбәр ителмәй.
Хәбировтар ғаиләһендә ике ул тәрбиәләнә, берәүһе мәктәптә уҡый, икенсеһенә өс йәш.
Радий Хәбировтың тәүге никахтан буйға еткән ике ҡыҙы бар.
Каринэ Хәбироваға 38 йәш, һөнәре буйынса ул – табип-ортодонт. Башҡортостан Башлығының хәләл ефете статусында йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, хәйриә һәм социаль проекттарға ярҙам күрһәтә.