-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2020, 01:14

Үткәл уҡыусылары ҡотлай!

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле "Аманат" журналы редакцияһы! Белорет районы Үткәл мәктәбенең 4-се синыф уҡыусылары Республика көнө менән һеҙҙе шиғри юлдар аша ҡотлай!

Байрам!
Бөгөн байрам, бөгөн байрам!
Бөгөн Республикам көнө!
Төрлө милләт халҡын ҡотлап,
Бағышлайым шиғырымды.
Мин бәхетле йәшәгәнгә,
Тыуып-үҫкән еремдә!
Азалия МУЛЛАҒӘЛЛӘМОВА.
Башҡортостаным!
Башҡортостан, Республикам!
Һин минең ғорурлығым!
Һинең өсөн йән бирергә,
Әҙер һәр ҡыҙың, улың!
Уралиә ШӘҒӘЛИНӘ.
Башҡортостан-берәү генә.
Башҡортостан - берәү генә,
Минең тыуған илем генә.
Тәбиғәттең хозурлығы,
Күңелдәргә үтеп инә.
тИК бында матур тауҙар,
Йылғалар һәм киң далалар.
Күлдәренең таҙалығы,
Күренә бит ылымыҡтар.
Мин яратам ошо ерҙе,
Тыуған яғым, ерем, һыуым.
Ҡайтам ҡыуанып еремә,
Ҡайҙа булһам да ашҡынып!
Илгинә ИСМӘҒИЛЕВА.
Читайте нас в