-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 15:38

Каникулды нисә көнгә оҙайталар?

Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уҡыусыларҙың көҙгө каникулын оҙайтыу тураһында ла һүҙ барҙы. Ҡасан каникулға сығырбыҙ ҙа нисәһенә тиклем ял итербеҙ икән?

Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уҡыусыларҙың көҙгө каникулын оҙайтыу тураһында ла һүҙ барҙы. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, балалар был шәмбенән (17 октябрь) үк каникулға сығырға тейеш һәм 4 ноябргә тиклем ял итәсәк. Икенсе сирек 5 ноябрҙән башланасаҡ.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, мәктәптәрҙә киҫкен респираторлы-вируслы инфекция менән 983 бала ауырый, тағы ла 200 уҡыусыға Сovid-19 диагнозы ҡуйылған. Тажвирус 150-нән ашыу уҡытыусыла раҫланған. 4800 самаһы уҡыусы карантинда.
"Республиканың 29 муниципалитетын вирус ялмап алған. Шуға ла Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән кәңәшләшеп, балаларҙы бер аҙнаға алдараҡ каникулға ебәрергә булдыҡ. Ике аҙна ял уҡыусыларҙың белем алыу сифатына тәьҫир итмәйәсәк", - тине министр.
Читайте нас: