+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 00:39

Тәүлек эсендә 54 кешелә коронавирус раҫланған

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы Covid-19 һәм пневмония менән нисә кеше сирләгәнен әйтте.

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы Covid-19 һәм пневмония менән нисә кеше сирләгәнен әйтте.
12 октябргә короновирустан 46-сы кеше мәрхүм тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Covid-19 ҡорбаны – 1956 йылғы Өфө ҡалаһынан. Уның диабет, гипертония һәм башҡа сирҙәр менән дә ауырығаны мәғлүм.
Пандемия башланғандан был сир менән республикала 9344 кеше зарарланған. Тәүлек эсендә 54 кешелә коронавирус раҫланған .
Пневмония менән тәүлек эсендә 161 кеше ауырып киткән. Пневмониянан 2020 йыл бөтәһе 1505 кеше вафат булған.
Рәзил Бикбулатов фотоһы.
Читайте нас: