Республика көнө алдынан Учалы районының Илтабан ауылында яңы модулле ФАП асылды. Илтабандар был ваҡиғаны күптәнән көтә ине, сөнки иҫке ФАП 1975 йылда уҡ төҙөлә.
Яңы медицина учреждениеһында 451 кеше, шул иҫәптән 101 бала хеҙмәтләндереләсәк. 110 кв.метр майҙанды тәшкил иткән бинала процедура, фельдшер, балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеү өсөн кабинеттар бар, пациенттар өсөн көтөү урыны, санузел, хужалыҡ бүлмәһе хәстәрләнгән.
ФАП кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, препараттар һаҡлау өсөн фармацевтик һыуытҡыс ҡайтартылған. Бина электр энергияһы менән йылытыла, эҫе һыу ҙа бар.
Яңы ФАП-та халыҡҡа беренсе медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, профилактик эш алып барыласаҡ, вакцинация уҙғарыласаҡ.
РФ Президентының май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ағымдағы йылда Учалы районында бөтәһе ете модулле ФАП төҙөлдө.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан