+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2020, 20:58

Коронавирус йоҡторған кешеләр күбәйә. Республиканың ҡала-райондарында күпме?

Бөгөн, 15 октябргә COVID-19 инфекцияһын йоҡтороуҙың 69 осрағы теркәлгән. Башҡортостан буйынса статистика менән танышайыҡ:

Бөгөн, 15 октябргә COVID-19 инфекцияһын йоҡтороуҙың 69 осрағы теркәлгән. Башҡортостан буйынса статистика менән танышайыҡ:
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса иң күп был сир менән ауырыусылар:
1 урында Өфө ҡалаһы - 3984 кеше.
2 урында Нефтекама ҡалаһы – 514.
3 урын Туймазы районында - 438 пациент.
Шулай уҡ бик күп короновируслылар Стәрлетамаҡта – 405, Бәләбәй районында – 384, Салауат ҡалаһында – 361, Өфө районында – 253. Саҡ ғына әҙерәк: Кумертау ҡалаһы – 198, Ишимбай районы – 198, Октябрьский ҡалаһы – 195, Тәтешле районы – 141 һәм Әлшәй районы – 120 кеше.
Иң әҙ сирлеләр Йылайыр районында һәм Межгорье ҡалаһында, өсөшәр раҫланған осраҡ. Шулай уҡ 6 сирле Ҡыйғы районында тип хәбәр иттеләр минздравтан.
Пандемия башланғандан алып коронавирус йоҡторған 9 536 кеше иҫәпләнә. Ә 8 537 пациент һауыҡҡан.
Республикала коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған 47-се кеше вафат булған.
Ул Өфө ҡалаһынын 1954 йылғы ир булған. Сирле икенсе типтағы шәкәр диабетынан, өсөнсө дәрәжәләге аорта атеросклерозынан, хроник пиелонефриттан яфаланған.
Рәзил Бикбулатов фотоһы.
Читайте нас: