+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2020, 12:59

Шүлгәнташты ниңә ябалар?

"Шүлгәнташ" ҡурсаулығы администрацияһы сайтында 17 октябрҙән мәмерйәгә экскурсияларҙың туҡтатылыуы тураһында мәғлүмәт донъя күрҙе.

"Шүлгәнташ" ҡурсаулығы администрацияһы сайтында 17 октябрҙән 1 ноябргә тиклем мәмерйәгә экскурсияларҙың туҡтатылыуы тураһында мәғлүмәт донъя күрҙе.
Ҡурсаулыҡ сайтында хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтарға тәғәйенләнгән өйҙәр ҙә ваҡытлыса ябыласаҡ. Был саралар районда һәм төбәктә коронавирус һәм пневмония менән сирләүселәрҙең кинәт артыуына бәйле уҙғарыла.
Эксперттар әйтеүенсә, пандемия осоронда иң ҙур иҡтисади зыян күргән өлкә - туризм тармағы. Уны тергеҙеүгә кәмендә ике йыл кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: