+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2020, 12:09

Владимир Путинға алмашлап шылтыраталар...

Таулы Ҡарабахта барған һуғышты ойоштороусылар, уға килеп ҡыҫылыусылар Рəсəй Президентына бер туҡтауһыҙ шылтырата. Əйтерһең, һуғышты беҙ башлаған.

Таулы Ҡарабахта барған һуғышты ойоштороусылар, уға килеп ҡыҫылыусылар Рəсəй Президентына бер туҡтауһыҙ шылтырата. Əйтерһең, һуғышты беҙ башлаған.
Төркиə Президенты Рəжəп Тайып Эрдоган да Путинға шылтыратып, шул бəрелеш тураһында һөйлəштелəр. Əле унда атыш 10 октябрҙəн туҡталып тора. Мəскəүҙəге килешеүҙəр буйынса,йəнəһе, гуманитар маҡсатта. Ул арала ике яҡта, йəғни Əрмəнстан менəн Əзербайжанда тағы ла əҙерлек баралыр, моғайын.
Владимир Путин Эрдоган менəн һөйлəшеүҙə Ҡарабахта Яҡын Көнсығыш боевиктары һуғышыуына борсолоуын белдерҙе. Төркиə, ОБСЕ-ның Минскиҙағы төркөмө ағзаһы булараҡ, был конфликты туҡтатыуға ҙур өлөш индерер, тип өмөтлəнəбеҙ, тине ил башлығы.
Əллə, ул яҡтан тəүҙə үк Əзербайжанды яҡлаясаҡбыҙ, тигəн ап-асыҡ белдереү булды бит инде. Бына башҡа бəлə! Һуғыш сығарҙылар ҙа, хəҙер Рəсəй Президентына шылтыратып йонсоталар. Ярҙам һорай һəр береһе. Туҡтатығыҙ, ти. Үҙҙəре туҡтарға уйлап ҡараймы икəн?
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: