+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 15:40
Башҡортостан синоптиктары өс көнгә һауа торошон хәбәр итте
Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана. Һауа температураһы... (Дауамы - сайтта)
Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана. Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 19 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +13, +18 градус.
Шишәмбе, 20 октябрҙә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп, талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7, аяҙытҡанда -3, көндөҙ +6, +11, көньяҡта +16 градусҡа тиклем.
Шаршамбы, 21 октябрҙә, төндә урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4-кә тиклем, аяҙытҡанда -9-ға ҡәҙәр, көндөҙ +3, +8 градус.
Читайте нас:
"Аманат"тың Телеграм-каналы
Рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять