+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 13:39

Йылайырҙа - заманса стоматология

Район һәм ҡала хакимиәттәрендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәтен" ойоштороу дауам итә. Уларҙың күбеһе онлайн форматта йәки коронавирусҡа бәйле һаҡланыу сараларын теүәл үтәп башҡарыла.

Район һәм ҡала хакимиәттәрендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәтен" ойоштороу дауам итә. Уларҙың күбеһе онлайн форматта йәки коронавирусҡа бәйле һаҡланыу сараларын теүәл үтәп башҡарыла.
Ошо көндәрҙә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов шәхси стоматология клиникаһы - "Медента" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән осрашты. Инвестпроектты тәҡдим итеүселәр Йылайырҙа үҙ филиалдарын асырға теләк белдерә. Уларҙың стоматология клиникалары Баймаҡ, Сибай ҡалаһында уңышлы эшләй. Тиҙҙән халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртып, теш ҡуйыу һәм кешеләргә йылмайыу бүләк итеүсе заман талаптарына яуап биргән "Медента" үҙ хеҙмәттәрен йылайырҙарға ла күрһәтә башлаясаҡ, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Йылайыр район хакимиәте сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: