+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 12:07

Ауыл ҡатындары өсөн

Ошо көндәрҙә республикала сәләмәтлегендә үҙенсәлектәр булған балалар тәрбиәләүсе һәм декрет ялындағы 40 йәш әсә парикмахер оҫталығы буйынса махсус курс тамамланы.

Ошо көндәрҙә республикала сәләмәтлегендә үҙенсәлектәр булған балалар тәрбиәләүсе һәм декрет ялындағы 40 йәш әсә парикмахер оҫталығы буйынса махсус курс тамамланы. Был сара Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә махсус социаль проект сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Программаның операторы булараҡ республикалағы сәс ҡырҡыусыларҙың, визажистарҙың һәм косметологтарҙың Дизайнерҙар союзы сығыш яһаған. Һис шикһеҙ, ошо ваҡиғанан һуң ауыл ерендә парикмахерҙар хеҙмәте киңерәк тараласаҡ, күп балалы ғаиләләрҙең ҡаҙнаһын тулыландырыу сараһы ла буласаҡ.
“Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә республикалағы декрет ялында булған, бәләкәс балалар ҡараған бихисап әсәләр әүҙем эшмәкәрлеккә йәлеп ителә.
2024 йылға тиклем йыл һайын Башҡортостандағы 1300 самаһы йәш әсә бушлай өҫтәмә белем алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Башҡортостан, ғөмүмән, ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектының федераль програмаларында уңышлы ҡатнашыуы менән билдәле.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: mintrud.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: