+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 16:32

Балалар тажвирус менән сирләмәй тигән булалар...

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республикала нисә баланың был инфекция менән сирләүе тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Тулыраҡ - сайтта.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республикала нисә баланың был инфекция менән сирләүе тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 18 йәшки тиклемге граждандар араһында 615 кеше тажвирус менән сирләгән. Был хаҡта бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Үткән тәүлектә 68 кешелә был вирус раҫланған, шуларҙың ике осрағы - балаларҙа.
Ауырымай, вирусты симптомһыҙ үткәрә ала тип иҫәпләнгән быуын ҡайҙа уны эләктерә һуң? Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, был күренешкә вайымһыҙ ата-әсәләр, пандемия осоронда мәжлес ойошторған башҡа туғандар ғәйепле.
- Илдә көндән көн сирлеләр һаны арта. Шуларҙың күп өлөшөн уҡыусылар һәм талиптар биләй, тип иҫәпләүселәр төптө яңылыша. Һәр хәлдә ғалимдар был фекер менән риза түгел, - ти ул.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: