Уҙған аҙна аномаль йылы булһа был аҙнала атмосфера фронты республикаға арктика һыуығын алып килә.
Синоптиктар ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә тип фараз бирә. Һауа торошо үҙгәреп торған ваҡытта автомобиль йөрөтөүселәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға кәңәш тә бирәләр.
Ошо көндәрҙә һауа температураһы төндә +6,+1-ҙән -1,-6 градусҡаса түбәнәйә, ә аяҙ булһа хәтта -10-ға тиклем төшәсәк.
Көндөҙ +10,+5 градустан -1 градусҡаса һыуытасаҡ. 22 октябрь епшек ҡар яуа башлай. Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым ерендә боҙлауыҡ булыуы ихтимал. 22 октябрҙә республиканың көнсығышында ваҡытлыса ҡар ятасаҡ ти Башгидромет хеҙмәткәрҙәре.
Зарема Таһирова фотоһы. Йылайыр районы.