"Тере классика" балалар һәм үҫмерҙәр араһында тасуири уҡыуҙы популлярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Ул үҙенә күрә социаль лифт ролен дә үтәй: мәҫәлән, Рәсәйҙең иң төпкөл төбәктәрендә йәшәүсе балалар, ошо конкурста ҡатнашып, федераль кимәлдә үҙҙәрен күрһәтә ала, иң-иңдәре "Артек"ҡа юллама аласаҡ, Ҡыҙыл Майҙанда тамашысылар һәм яҙыусылар, билдәле актерҙар, сәнғәт әһелдәре алдында сығыш яһаясаҡ. Конкурста ҡатнашыусылар радиола, әҙәби кисәләрҙә, ҡала байрамдарында сығыш яһау бәхетенә эйә булмаҡсы.