+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 20:33

Йәшәргә лә әле йәшәргә ине бит...

Баш ҡалала йәнә ҡайғылы хәбәр: йырсы Бибисара Азаматова вафат булған.

Баш ҡалала йәнә ҡайғылы хәбәр: йырсы Бибисара Азаматова вафат... Ижадташ дуҫтары әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта ул ковид-госпиталдә дауаланған булған.
Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 21 октябрҙә Баймаҡ районында тыуған. Ҙур сәхнәгә һуңлап ҡына килгән шәхес хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре лә. Шулай ҙа уның бар ғүмере йыр-моңға бәйле ине. Тамашассылары биш сольный концертын ҡарап, ҡыуана алды, алты аудиоальбомы донъя күрҙе. Һуңғыһы - 73 йыр тупланғаны 2020 йылда сығып өлгөрҙө. Бибисара апай күп тапҡыр “Йыл йыры”, “Юлдаш йыры”, “Башҡорт йыры” республика йыр конкурстары лауреаты булды.
"Аманат" журналы мөхәрририәте Бибисара апайҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Сәнғәт күгендә яҡты эҙ ҡалдырып, балҡып һүнгән йондоҙобоҙҙоң ижади нуры бер ҡасан да һүрелмәҫ, йыр-моң һөйөүселәрҙең йөрәгендә оҙон-оҙаҡ йәшәр, ИншаАллаһ.
Читайте нас: