+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 16:03

Һай, афарин, бөрйәндәр!

"Бөтөн синыф менән "Аманат"ҡа!" акцияһына Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе Ғәлиәкбәр филилалының 4-се синыф уҡыусылары ҡушылды.

Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе Ғәлиәкбәр филилалының 4-се синыф уҡыусылары Етәкселәре Ләлә Рәис ҡыҙы Сатвалова менән улар “Аманат”ҡа яҙылып, квитанция күсермәләрен беҙгә ебәрҙе лә инде. Әүҙем, татыу синыф ул дүртенселәр, йыл да журналыбыҙҙы алдырып, конкурстарҙа дәррәү ҡатнашалар. Етмәһә, синыфтары мәктәптә иң ҙуры - 15 бала уҡый!
Дуҫтарыбыҙ беҙгә үҙҙәре ижад иткән матур-матур шиғыр юлдарын да һалған. Улар беҙҙең сайтта, социаль селтәрҙәрҙә тиҙҙән донъя күрер.
Ғәлиәкбәрҙәр кеүек әүҙем булығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: