+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 15:20

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының элекке рәйесе Рәмил Мәзитов вафат

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының элекке рәйесе, Башҡорт иретеп йәбештереү, монтажлау һәм сәнәғәт етештереү колледжының директоры Рәмил Ғиниәт улына 63 йәш ине.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының элекке рәйесе, Башҡорт иретеп йәбештереү, монтажлау һәм сәнәғәт етештереү колледжының директоры Рәмил Ғиниәт улына 63 йәш ине.
Ул 1957 йылдың 13 апрелендә Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында донъяға килгән. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Тыуған районының Мәҡсүт ауылында ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә.
Новонниколаевка мәктәбендә уҡытыу мөдире, Волостновка мәктәбендә директор, аҙаҡ Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе һәм район дағы халыҡ мәғарифы идаралығында етәксе булып эшләй Рәмил Ғиниәт улы.
2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә гуманитар һәм милли мәсьәләләр буйынса эштәр бүлегендә баш хеҙмәткәр итеп тәғәйенләнә.
году был назначен главным специалистом отдела по гуманитарным вопросам и делам национальностей в Правительстве РБ.
2003 — 2008 йылдарҙа Күгәрсен районын етәкләй. 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп һайлана.
2010-2018 йылдарҙа Рәмил Ғиниәт улы Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры булып эшләй һәм 2019 йылдан алып вафатына тиклем Башҡорт иретеп йәбештереү, монтажлау һәм сәнәғәт етештереү колледжының директоры вазифаһын үтәй.
Рәсәй Федерацияһының Мәғариф отличнигы һәм Дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, сәйәсәт фәндәре кандидаты ине ул.
"Аманат" журналы мөхәрририәте республикабыҙ үҫешенә оло өлөш индергән педагог һәм сәйәсмәндең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: