+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 12:53

Республикала Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс иғлан ителде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, легендар комдивҡа һәйкәл Өфөнөң Совет майҙанында ҡуйыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың милли геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектына асыҡ конкурс уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостан Башлығының Эштәр идаралығы, ул конкурс положениеһын һәм комиссия составын раҫларға тейеш.

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына – «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы менән берлектә конкурсты яҡтыртыу, Башҡортостан Хөкүмәтенә Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.

Легендар комдивҡа һәйкәл Өфөнөң Совет майҙанында ҡуйыла.

Читайте нас: