0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 19:33

Республиканың ҡайһы ҡала-райондарында COVID-19 менән йышыраҡ ауырыйҙар – статистика

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика ҡалаларында һәм райондарында сирлеләр буйынса яңы мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика ҡалаларында һәм райондарында сирлеләр буйынса яңы мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороуҙың 9 946 осрағы теркәлгән.
21 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, ауырығандарҙың күбеһе – Өфөлә (4 144 кеше).
Баш ҡаланан һуң Нефтекама (515) һәм Туймазы районы (513) килә.
Шартлы өсөнсө урынды Стәрлетамаҡ (420) һәм Бәләбәй районы (410) биләй.
Салауат уларҙан бер аҙ ҡалыша – пандемия башланғандан алып 373 осраҡ.
Ә Межгорье ҡалаһында һәм Йылайыр районында коронавирус менән сирләгәндәр аҙ – һәр муниципалитетҡа 3-әр кеше тура килә.
Ҡыйғы районында улар икеләтә күберәк, Балаҡатай һәм Дыуан райондарында – 9 һәм 10 сирле.
Рәзил Бикбулатов фотоһы
Читайте нас: