+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 11:53

Был мәктәп республикала иң ҙуры буласаҡ

Һуңғы йылдарҙа Өфө ҡалаһында социаль объекттар, бигерәк тә мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Ихтыяж булған биҫтәләрҙә иҫкеләре лә яңыртыла.

Һуңғы йылдарҙа Өфө ҡалаһында социаль объекттар, бигерәк тә мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Ихтыяж булған биҫтәләрҙә иҫкеләре лә яңыртыла.
Былтыр, мәҫәлән, күп профилле 44-се һәм “Сағыу” биҫтәһендә 162-се мәктәптәр файҙаланыуға тапшырылды. Мең урынлыҡ дүрт балалар баҡсаһы төҙөлөп, кескәйҙәрҙе ҡабул итте.
Әле Өфөлә ҡалала ғына түгел, республикала иң ҙур мәктәп һалына. Ул Инорс биҫтәһендә урынлашҡан, 1650 урынға иҫәпләнгән. Белем биреү учреждениеһы үҙ эсенә балалар баҡсаһын һәм спорт блогын да ала. 345 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөп, былтыр файҙаланыуға тапшырылған. Был эш “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған.
Спорт блогын да иҫәпкә алғанда, объекттың дөйөм майҙаны 25,5 мең квадрат метр тәшкил итәсәк, төҙөлөш майҙаны – 10,3 мең квадрат метр. Мәктәп проекты биш блокка бүленгән. Әле эштәр барыһында бер юлы алып барыла.
Подрядсы ойошма директоры урынбаҫары Евгений Панов белдереүенсә, йылылыҡ трассаһында эштәрҙең 75 проценты тамамланған. Йылылыҡ башланғыс мәктәп корпусына бирелгән дә.
"Канализация, һыу үткәреү юлдары буйынса эштәрҙе лә бер юлы алып барабыҙ. Быйыл мәктәптең тышҡы селтәрҙәре төҙөлөшөн тамамларға уйлайбыҙ, – тине ул. – Артабан елләтеү, электрика, сантехника буйынса эштәрҙең беренсе этабын башлаясаҡбыҙ".
Яңы үҙәкте файҙаланыуға тапшырыуҙы балалы ғаиләләр айырыуса ашҡынып көтә.
"Бөтәһе лә яҡында ғына буласаҡ. Ныҡ көтәбеҙ", – ти Инорста йәшәгән Наталья Федорова.
"Яңы мәктәп беҙҙең ихатала ғына, баланы йөрөтөүе рәхәт буласаҡ", – тип ҡушыла уға Светлана Зыяҡаева.
Был мәктәптән тыш, баш ҡалала 925 урынлыҡ биш балалар баҡсаһы төҙөлә. Уларҙың өсәүһе Сипайловола, “Сағыу” биҫтәһендә һәм Баланов-Яңы-Александровкала - берешәр. Уларҙың барыһы ла быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Юрий Гагарин урамындағы балалар баҡсаһы “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлә. Был өс ҡатлы учреждение 190 урынға иҫәпләнгән. Унда һигеҙ төркөм буласаҡ. Бинала ике лифт. Уларҙың береһе инвалид балалар өсөн иҫәпләнгән.
"Әле биҙәү эштәре алып барыла, биләмәне төҙөкләндереү, йәшелләндереү башҡарыла. Шулай уҡ ҡорамалдар индерелә. Йыл аҙағына тиклем эштәр тамамланырға тейеш", – ти Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары Инна Иҡсанова.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: