+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 12:00

Силәбелә башҡорт теле уҡытыусылары түңәрәк өҫтәлгә йыйылды

Силәбе ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Даими вәкиллеге ағзаһы Руслан Абдуллин менән Силәбе һәм Ҡурған өлкәһенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ассоцияция Советы осрашыуы үтте.

16 октябрь Силәбе ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Даими вәкиллеге ағзаһы Руслан Абдуллин менән Силәбе һәм Ҡурған өлкәһенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ассоцияция Советы осрашыуы үтте.

Башта Башҡортостан Республикаһының вәкиле Руслан Абдуллин түңәрәк өҫтәлдең маҡсатын һәм мәсьәләләрен билдәләне. Осрашыуҙы уҡытыусылар ассоциацияһы етәксеһе филология фәндәре кандидаты Ҡамса Мортазин алып барҙы. Түңәрәк өҫтәлдә Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡунашаҡ, Сосновка, Сыбаркүл райондары һәм Силәбе ҡалаһы уҡытыусылары ҡатнашты.

Көн тәртибенә уҡытыусылар ассоциацияһы эшмәкәрлеге, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә башҡорт телен өйрәнеү һәм этномәҙәни белем биреү үҫеше стратегияһы һәм башҡа мәсьәләләр сығарылды.

Шулай уҡ, уҡытыусылар ассоциацияһы ағзалары бығаса эшләнгән эштәре һәм уңыштары менән бүлешеп үтте. Мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар үҙ сығышында райондарҙа башҡорт телен өйрәнеү проблемаларын күтәреп сыҡты һәм «Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылар Ассоциацияһының 2020-2021 уҡыу йылына төп саралар планы» ҡаралды һәм раҫланды.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Силәбе өлкәһенең башҡорт теле дәрестәрен алып барыусы бөтә мәктәптәрен тиерлек кәрәкле китаптар менән тьәмин итте. Педагогтар матди ярҙам күрһәткәне өсөн Башҡортостан Республикаһына ҙур рәхмәттәрен белдерҙе һәм 10-11 класс уҡыусыларына ла бындай дәреслектәр кәрәклеген билдәләп үттеләр.

Был сара сиктәрендә бүләкләү тантанаһы ла үтте. Башҡортостан Республикаһының вәкиле Руслан Абдуллин күп йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә эш алып барғаны өсөн, шулай уҡ 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Силәбе ҡалаһының 8-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы Зимфера Ғәфүр ҡыҙы Шафранскаяны рәхмәт хаты менән бүләкләне. «Аҡбуҙат» республика балалар журналы редакцияһы ҡушыуы буйынса, Ассоциация етәксеһе Ҡамса Мортазин, Башҡорт теле йылына арналған ижади конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Арғаяш районының Бәжекәй ауылы урта мәктәбенең 5 класс уҡыусыһы Залина Фазылованы диплом һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы исеменән дә был ауыл мәктәбе китаптар алып ҡыуанды. Ә бар түңәрәк өҫтәл ҡатнашыусыларына «Аҡбуҙат», «Ағиҙел» һәм «Ватандаш» журналдарының яңы һаны һәм нәфис әҙәбиәт китаптары бүләккә таратылды.

Читайте нас: