+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2020, 13:40

Владимир Путин хеҙмəт баҙарындағы хəлде контроллəргə ҡушты

Рəсəй Президенты иҡтисади мəсьəлəлəр буйынса видеоконференция үткəрҙе. Унда алдағы көндəргə ниəттəр һəм бурыстар ҙа билдəлəнде.

Рəсəй Президенты иҡтисади мəсьəлəлəр буйынса видеоконференция үткəрҙе. Унда алдағы көндəргə ниəттəр һəм бурыстар ҙа билдəлəнде.
- Бөгөн ҡайһы тармаҡ үтə ныҡ иғтибар талап итеүен, ҡайһыларына өҫтəмə ярҙам кəрəген беҙ аныҡ белергə һəм билдəлəргə тейеш. Иҡтисадыбыҙ тотороҡло ҡалһын өсөн дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү мөһим, - тине Путин.
Ил башлығы билдəлəүенсə, беҙ ҡайһы бер позицияларҙа тергеҙелеү күрəбеҙ. Эшкəртеү сəнəғəте, тимер юлдан йөк ташыу күрһəткестəре былтырғы кимəлдə. Хатта бер аҙ үҫеш тə бар.
Шулай ҙа, Президент иҡтисадтың, дөйөм алғанда, күтəрелешкə юлланыуын күрмəй. Бөгөнгө шарттарҙа өҫтəмə булышлыҡ механизмдары булдырмайынса, алға китеш юҡ.
Хаҡтар əллə ни артмай. Ҡулланыусылар ихтыяждары күтəрелеүе лə күҙəтелə.
- Килемде арттырыу, эш урындарын контроллəү – бына ошо мəсьəлəлəр етди, - тине Владимир Путин. Был тема буйынса айырым һөйлəшеү буласаҡ. Сөнки хеҙмəт баҙарында эш шəптəн түгел.
Əлегə ҡаты сиклəүҙəр юҡ. Властарға барыһын да күҙəтеүҙə тоторға ҡушылды.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: