+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2020, 15:39

Мәскәү һәм Пермь башҡорттары ла "Йәшлек шоу"ҙа ҡатнаша

Мәскәүҙән кемдәр финалға үткән? Пермдағы бөгөнгө кастингҡа эләгер өсөн кемгә шылтыратырға?

"Йәшлек шоу -2020. Перезагрузка" Бөтә Рәсәй йәштәр йыр-моң фестиваленең һайлап алыу турҙары дауам итә. 24 октябрҙә йәш эстрада башҡарыусыларының һайлап алыу туры илдең баш ҡалаһы - Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үтте.
Ҡатнашыусылар жюри алдында икешәр заманса композиция менән сығыш яһаны (этно рок, рэп, R &B, hip-hop, поп, клуб музыкаһы, һ.б.)
Кастинг һөҙөмтәһе буйынса түбәндәге башҡарыусылар еңеүсе тип табылды:
1-се урын - Шафиҡ Баҡтыбаев,
2-се урын - Алтынай Заһитова,
3-сө урын - Лия Мөхәммәтова.
"Йәшлек шоу - 2020. Перезагрузка" 28-се тапҡыр үткәрелә. Быйыл иһә фестиваль Рәсәй кимәленә күтәрелде. Илдең төрлө төбәктәрендә һайлап алыу турҙары ойошторола. Бөгөн, мәҫәлән, Пермь ҡалаһында кастинг үтәсәк. Унда 16 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Кастингҡа эләгергә теләүселәр +79177754540 (Колесникова Ольга) телефоны буйынса шылтыратып, яҙыла ала.
Проектта еңеүсе башҡарыусыға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырыласаҡ һәм тәжрибәле продюсер ҡанаты аҫтында эстрада йондоҙо булып балҡыу мөмкинлеге асыласаҡ. Проекттың продюсеры - БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, ә жюри ағзалары - башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары.
Фестивалде БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора.
Читайте нас: