+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2020, 11:54

Владимир Путин 7 йəшкə тиклемге балалары булғандарға тағы бер түлəү индерергə ҡушты

Рəсəй Президенты Хөкүмəткə яңы түлəү мөмкинлеген ҡарарға күрһəтмə бирҙе.

Рəсəй Президенты Хөкүмəткə яңы түлəү мөмкинлеген ҡарарға күрһəтмə бирҙе. "100 процент күлəмендə түлəргə кəрəк", - тине ил башлығы аҡса тураһында һөйлəгəндə. Ете йəшкə тиклем балалары булған ата-əсə, страховка стажының күпме булыуына ҡарамаҫтан, ваҡытлыса хеҙмəткə яраҡһыҙлыҡ тураһында түлəүҙе (больничный) уртаса эш хаҡының 100 проценты күлəмендə алыуы ихтимал. Владимир Путин ил Хөкүмəтенə милли маҡсаттарға ирешеү буйынса байтаҡ йөклəмə бирҙе. "Халыҡты, уның һаулығын һаҡлау, халыҡ именлеге" маҡсаты буйынса ғүмер оҙонлоғон арттырыуға ҙур иғтибар бүленəсəк, əлбиттə, бөгөнгө шарттарҙа сəлəмəтлек торошо ла - көн үҙəгендə. Хөкүмəт эш планы төҙөү һəм үтəргə əҙерлек буйынса отчетты декабрь башында бирергə тейеш.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: