Кем беҙҙе атай-әсәйгә ҡарағанда ла нығыраҡ ярата, иркәләтә, һәр теләгебеҙҙе үтәй? Әлбиттә, олатай һәм өләсәй! Бөгөн донъяның 30-ҙан ашыу илендә уларҙың байрамы билдәләнә!
Төрлө илдәрҙә Олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө төрлө ваҡытта үткәрелә, ә Рәсәйҙә уларҙың байрамы 28 октябргә тура килә. Урыҫтар был көндө юҡҡа һайламаған, борон-борондан был көндә славяндарҙың Көҙгө бабайҙар көнө үткәрелгән.
Был матур көндә беҙ олатай-өләсәйҙәрегеҙгә шылтыратып, хәл белешергә, уңайы сыҡҡанда - барып ҡотларға (тик һаҡ булығыҙ, вирус йоҡламай) тәҡдим итәбеҙ. Әгәр ҙә күрше-тирәгеҙҙә яңғыҙ әбей, бабайҙар йәшәһә, уларҙы ла ҡотлап, тәмлекәстәр, сәй бүләк итергә мөмкин. Шатланып, теремекләнеп китер үҙҙәре!