+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 19:01

"Аманат"лы бүләктән тороп ҡалма!

Конкурсыбыҙҙа ҡатнашырға теләүсе балалар һаны көндән-көн арта!

Дуҫтар! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: беҙҙең “Яҙыл да бүләк от!” уйыны дауам итә! Унда ҡатнашырға, бүләктәр оторға теләһәгеҙ, 2021 йылдың 1-се яртыһына, ә иң яҡшыһы – бер йылға тотошлай яҙылып, ошо аҫтағы һәм журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә, йәки рәсми сайтында ҡуйылған купонды ҡырҡып йәки баҫтырып алып, тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияның (абонементының) күсермәһен редакция почтаһына ([email protected]) ебәрегеҙ!
Шул купондарҙы беҙ, Яңы йыл байрамынан һуң, подписка тамамланғас, лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхетлеләрҙең ҡайһыныһына ниндәй бүләктәр эләгәсәген билдәләйәсәкбеҙ.
Журналға ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы – 370 һум 08 тин. Индексы – П2706.
Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылырға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр – хаҡы 668 һум 08 тин була (ә ярты йыллыҡтарға айырым-айырым яҙылғанда 740 һум 16 тин булыр ине). Тулы йылға яҙылыу индексы – П3396.
Шулай уҡ почтаға барып яҙылырға йыбанғандар интернет аша ла ошо адрес буйынса яҙыла ала: podpiska.pochta.ru/press/П2706.
Шулай уҡ rbsmi.ru сайты аша журналдың электрон вариантына ла яҙылып була.
Ҡиммәтле бүләктәр: велосипед, смартфон, мобиль аккумулятор, монопод, һауыт-һаба йыйылмаһы, “Улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары (10 дана) һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре һеҙҙе көтә!
Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла уҡыу йылы менән бергә башланды. Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Синыфҡа етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк. Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә.
Читайте нас: