Ҡасан, ҡасан ғына килеп етер инде киләһе һан, тип көткәндәргә шәп яңылыҡ бар бөгөн – журналыбыҙҙың ҡарасай номеры, мейестә бешкән күмәстәй, бына-бына өйҙәрегеҙгә килеп етер!
Яратҡан баҫмабыҙ ниндәй шәп нәмәләр менән шатландырыр икән, тиһегеҙме? Әйҙәгеҙ, уға күҙәтеү яһап алайыҡ.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, үтеп киткән Республика көнө менән ҡотлап, журнал тышын бик һөйкөмлө ҡыҙ биҙәгән. Сорғот ҡалаһынан Әҙилә Назарова ул. Рухлы, һәләтле ҡыҙ һәм уның ғаиләһе тураһында журналдың 13-сө битендә уҡырһығыҙ.
Журналыбыҙ был юлы һеҙҙән килгән күптин-күп, суҡтин суҡ сәләмдәр, ҡотлауҙар, шиғырҙар менән байытылды: Республика көнө, Ололар көнө, Уҡытыусы көнө... Эй, афарин да инде үҙегеҙ! Күптәрегеҙ үҙегеҙҙең ижад емештәрен “Аманат”тың биттәрендә күреп, шатланыр.
Мәктәп, уҡыу, тиһәләр, күҙ алдына синыф бүлмәһе, синыфташтар, уҡытыусы килеп баҫа. Ә Америкала уҡыусылар нисек белем ала икән? Фильмдарҙа күреүебеҙсә, улар бер ҙә дәрес тип яфаланмай кеүек... Ярай, әлегә ошо хаҡта уйлаша тороғоҙ, ә беҙ һеҙгә оҙаҡ йылдар АҠШ-та йәшәгән апай Фәниҙә Исхаҡованың “Америкала үҫмерҙәр тормошо” тигән бик ҡыҙыҡлы мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ. Ифрат ҡыҙыҡ ул сит илдәрҙә йәшәүселәрҙең тормошо менән танышыу!
Балалар, арабыҙҙа Кушнарен, Өфө, Благовещен, Благовар райондарынан уҡыусылар бармы? Барҙыр инде. Ә һеҙ үҙегеҙҙең боронғо Ҡаршын ырыуы вәкилдәре икәнлеген беләһегеҙме? Әйткәндәй, ҡаршындар күрше Татарстандың Балыҡ Биҫтәһе районында ла йәшәй. Яугир рухлы башҡорт ырыуы хаҡында беҙгә тарихсы Азат Юлан бәйән итә.
Ә хикәйә һуң? Был юлы ниндәй шәп әҫәр уҡырбыҙ икән, тип көткәндәр өсөн дә шәп яңылыҡ – журналыбыҙҙың был рубрикаһын Белорет районы Инйәр мәктәбе уҡытыусыһы Әлиә Саматованың “Бөркөт” тип аталған хикәйәһе нурланы.
Егет кеше аҡыллы булырға тейешме, әллә беләк көсө унда күберәк булһынмы? Һай, был һорауға ҡапыл ғына яуап табырмын тимә, төрлө хәлдәр булып тора бит. Өфө ҡалаһынан Асҡар Булатов, беҙгә атаһы һөйләгән хикәйәттәргә таянып, үҙенең фекерен яҙып ебәргән. Егеттәргә был бит оҡшар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
“Һеҙҙең ауылда ҡыҙҙар һуғышамы? Ә бына беҙҙекеләр, һуғыша-а-а...” тип башлап ебәргән хатын Нурсилә исемле ҡыҙ. Ысынлап та, нескә күңелле гүзәл зат тип йөрөткән ҡыҙҙар, ни өсөн үҙҙәренең бәҫен төшөрөп, был көнгә төшә икән ул? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?
Постерҙы биҙәгән ағайҙы таныусылар ҙа булыр, моғайын. Күптән бәрхәт тауышы менән башҡорт эстрадаһын яулап алған йырсы бит ул. Һүҙ Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин тураһында. Уның менән әңгәмәне беҙҙең даими авторыбыҙ Рифат Йәмле Хан тәҡдим итә.
Беренсе һанлы уҡытыусылар - башҡорттарҙан беренсе СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Сираж ҡыҙы Искәндәрова менән шулай уҡ халҡыбыҙҙан беренсе булып Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина тураһында Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙҙың мәҡәләһенән уҡып, белерһегеҙ.
Бер заман беҙҙең мөхәрриәткә оҙон итеп яҙылған хат килеп төштө. Егет кеше яҙған... Тәүге юлына “Мәңгелек сер”гә” тип яҙған да, “Яңғыҙ ҡайынға исемдәрҙе уйып яҙмағыҙ!” тигән иҫкәртеү һүҙҙәре менән башлап ебәргән ул хатын. Был тарихтың тәүге өлөшө менән һеҙ беҙҙең серле рубрикабыҙҙа танышырһығыҙ. Аҙағын иһә Ҡырпағай һанында уҡып бөтөп ҡуйырһығыҙ.
Йырсы Илнур Миһмановты беләһеҙҙер, моғайын. Ул да беҙҙең “Мажаралы бала саҡ” конкурсына үҙенең бәләкәй саҡта бәпәй һатып алырға тырышып йөрөгәне тураһында бәйән итте. Ҡусты, йәки һеңле кәрәк булғандыр инде уға.
Балалар, һеҙ үҙегеҙҙе Интернет ҡоло тип иҫәпләмәйһегеҙме? Юҡтыр, тип ышанабыҙ. Рәзил ағайығыҙ Бикбулатов әҙерләгән мәҡәлә ололарға ла, кеселәргә лә фәһемле мәғлүмәт булыр, тип уйлайбыҙ.
Был һорау егеттәргә булыр: нисек уйлайһығыҙ, һеҙҙең үпкәгеҙ үҙегеҙгә үпкәләмәйме икән? Йәғни, ололар һымаҡ булайым тип, тәмәке тартып, тын алыу ағзаһын сиргә дусар итмәйһегеҙме? Медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш пульмонологы Лилиә Козырева никотиндың ниндәй үпкә сирҙәренә алып килеүе тураһында аңлатып яҙған беҙгә. Бынау тажвирус ҡоторған мәлдә, исмаһам, тәмәкенән йыраҡ тороғоҙсо, дуҫтар!
Дуҫтар! Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: журналыбыҙға 2021 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу хаҡы – 370 һум да 08 тин. Индексы – П2706.
Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылырға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр – хаҡы 668 һум 08 тин була (ә ярты йыллыҡтарға айырым-айырым яҙылғанда 740 һум 16 тин булыр ине). Тулы йылға яҙылыу индексы – П3396.
Шулай уҡ почтаға барып яҙылырға йыбанғандар интернет аша ла ошо адрес буйынса яҙыла ала: podpiska.pochta.ru/press/П2706.
rbsmi.ru сайты аша журналдың электрон вариантына ла яҙылып була.
Ҡиммәтле бүләктәр: велосипед, смартфон, мобиль аккумулятор, монопод, һауыт-һаба йыйылмаһы, “Улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары (10 дана) һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре һеҙҙе көтә!